«Миҙгелдәрҙән тора ғүмерҙәр» Башкирская эстрадно-фольклорная группа «Ашҡаҙар»

53360

«Миҙгелдәрҙән тора ғүмерҙәр»
Всё в этом мире имеет своё начало и конец. Каждый год мы наблюдаем, как природа умирает и рождается заново. И каждое мгновение природы находит отклик в нашей жизни: юная весна будоражит чувства, степенная зима учит  терпению, доброе  лето дарит радость жизни, а  поздняя осень рождает мудрость. Жизнь и природа сливаются воедино в мелодиях и песнях башкирской эстрадно-фольклорной группы «Ашкадар».  Ждём вас 19 октября в 19.00 на премьере новой программы «Миҙгелдәрҙән тора ғүмерҙәр».

«Миҙгелдәрҙән тора ғүмерҙәр»

Кеше күңеле һәр бер миҙгелдән илһам ала. Ҡышҡы һыуыҡта, ап-аҡ донъяға ғашиҡ булып, яңынан тыуа.  Ағастарҙа бөрөләнгән япраҡ кеүек, күңел дә булмышы менән яҙғы наҙға тулыша. Урғылып аҡҡан моңдо төрлө сәскәләргә күмелгән йәйге яланға тиңләр инем. Ә инде юҡһыныуҙар, юғалтыуҙар тулы һағыш  алтын  көҙгә бәрәбәр.

“Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор  төркөмө һеҙҙе 19 октябрҙә киске сәг.7-лә  өр-яңы концерт программаһына саҡыра. Янып торған йөрәктәрен артистар тәбиғғәттең миҙгелдәре аша асалар.