Юбилейный вечер народной артистки Республики Башкортостан Минисы Бакировой «Күңелдәген әйтмәй ярамаҫ…»

57211

16 февраля в 19.00

«Күңелдәген әйтмәй ярамаҫ»

Юбилейный вечер народной артистки РБ Минисы Бакировой

Башҡортостандың халыҡ артисы Миниса Бакирова үҙенең «Күңелдәген әйтмәй ярамаҫ…» тип исемләнгән юбилей кисәһенә саҡыра. Башҡорт драма театры артистары әҙерләгән тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Шулай уҡ кисәлә рус халыҡ ҡоралдары оркестры ҡатнашыуы ла көтөлә. Илле йылға яҡын ғүмерен сәхнәгә бағышлаған актриса, башҡорт театр сәнғәтенең яҡты йондоҙо Ниса Бакированың юбилей кисәһендә бергәләп илһам тулҡынында тирбәләйек. Сәхнә примаһының йөрәк һүҙе һәр берегеҙҙең йөрәгенә барып етеренә, күңелле ял кисәһе бүләк итеренә ышанабыҙ. Театрлаштырылған тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.